Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
19 Ноябрь 2019, 14:00

Ҡыҙғаныс, әсәһе һәләк булған...

23 йәшлек водитель ”Мазда 3” машинаһында ҡом өйөмөнә эләгеп, транспортҡа идара итеү һәләтен юғалта һәм автомобиле менән канауға ауа.

Илеш районында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Яңы Маты – Аслай автомобиль юлында үлемесле авария булды.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, 23 йәшлек водитель ”Мазда 3” машинаһында ҡом өйөмөнә эләгеп, транспортҡа идара итеү һәләтен юғалта һәм автомобиле менән канауға ауа. Һөҙөмтәлә водителдең 45 йәшлек әсәһе ҡаты яралана һәм һәләк була. Улы ла йәрәхәттәр алған, әле дауаханала.
Фажиғә сәбәптәре асыҡлана. Үткән тәүлектә республика юлдарында 14 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, бер кеше һәләк булған, 14 кеше йәрәхәтләнгән, тип хәбәр итә ЮХХДИ.
Фото: kp.ru
Читайте нас