Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Ноябрь 2019, 13:00

Шул тиклем алйот булырға мөмкинме, ҡыҙҙар?

Кейәүгә сығырға хыялланған гүзәл заттың татлы һүҙҙәрҙән башы ни тиклем әйләнеүе ихтимал? Ошо көндәрҙә Өфөлә булған ваҡиға ҡатындарҙың ир-ат өсөн ниндәй аяныслы аҙымға барырға риза булғанлығын дәлилләй. Башҡаларға иһә был осраҡ һабаҡ булһын

Кейәүгә сығырға хыялланған гүзәл заттың татлы һүҙҙәрҙән башы ни тиклем әйләнеүе ихтимал? Был ғәмәлде ниндәй миҡдар менән үлсәргә була? Үлсәүгә саф тойғолар менән аҡсаны һалһаң, ҡыйһыһы еңеп сығыр ине? Ошо көндәрҙә Өфөлә булған ваҡиға ҡатындарҙың ир-ат өсөн ниндәй аяныслы аҙымға барырға риза булғанлығын дәлилләй. Бәғзе таҫма телле ирҙәрҙең тоҙағына эләкһәң, тишек кәмә янында ултырып ҡалыуың да бар, имеш.
Баш ҡала полицияһына 29 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Ул социаль селтәрҙәрҙең береһендә бер ир менән танышҡан, хат алыша башлағандар, фотолар менән алмашҡандар. Ниһәйәт, ир ҡыҙға кейәүгә сығырға тәҡдим иткән, ул ғына түгел, сит илгә күсеп китербеҙ, тип вәғәҙәләгән. Виртуаль һөйәре ҡыҙҙы шул тиклем ышандырған, ул хатта аштан, йоҡонан яҙған, ҡыҫҡаһы, ғашиҡ булған. Тиҙҙән был икәү ысын тормошта осрашырға һөйләшкән. Ләкин... Был хыялды тормошҡа ашырыу өсөн ир ҡыҙҙан аҡса күсереүен һораған, ниндәйҙер проблемалар тыуып тороуын аңғартҡан. Ғашиҡ ҡыҙ ун көн дауамында дөйөм суммаһы 300 мең һумға еткәнсе ирҙең иҫәбенә аҡса сараларын күсереп торған. Әммә бер көн “мөхәббәт”е бәйләнешкә сыҡмай башлаған. Ниһәйәт, “алһыу күҙлеге”н сискән ҡыҙ аферист ҡорбаны булғанын аңлаған һәм тура полицияға йүнәлгән.
Әлеге ваҡытта енәйәт эше ҡуҙғатылған. Мутлыҡ юлы менән аҡса урлаған виртуаль “мөхәббәт ҡоло”ноң шәхесен асыҡлау өсөн саралар күрелә.
Башҡаларға иһә был осраҡ һабаҡ: бер тапҡыр ҙа күрмәгән-белмәгән кешегә, “ғишыҡ утында янам” тип, нисек ҙур сумма аҡса күсерергә мөмкин? Виртуаль донъяла матур фотолар артында теләһә кемдең йәшеренеүе һәм саф тойғоларға һыуһаған гүзәл заттарҙың ышанысы менән рәхәтләнеп файҙаланыуы ихтимал икәнлеген белеп тороғоҙ.
Фото: static.360tv.ru
Читайте нас