Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
26 Ноябрь 2019, 19:30

Ҡаҙ һатам тип...бишләтә отолған

Ә башҡаларға - һабаҡ! Һаҡ булығыҙ!

Ҡалтасы районының Бабай ауылында йәшәүсе 40 йәшлек ҡатын полицияға мөрәжәғәт иткән. Ул намыҫһыҙ әҙәмдәрҙең мутлашыуы арҡаһында туғыҙ меңдән күберәк аҡсаһын юғалтҡанын белдергән.
Тикшереү һөҙөмтәһендә шул асыҡланған. Ҡатын сайттарҙың береһендә ҡаҙ һатыу тураһында иғлан ҡуйған, ауылын билдәләгән, телефон номерын күрһәткән. Тиҙҙән иғлан буйынса бер ир шылтыратҡан һәм өс ҡаҙ һатып алам тип белдергән. Ҡатын хаҡын әйткәндән һуң, ир аҡса күсереү өсөн хужабикәнен банк картаһы номерын һораған, телефон номеры аша күсерә алмайым тигән. Карта номерын әйткәс, ир ҡатындың телефонына 900 номерынан килгән дүрт һанлы кодты ла әйтергә ҡушҡан. Уны-быны уйламаған ҡатын әйткәнде эшләгән, ә бер нисә секундтан ҡатындың иҫәбенән 9200 һум аҡсаны алыуҙары тураһында хәбәр килгән. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре был осраҡ буйынса тикшереү эше алып бара.
Ә башҡаларға – һабаҡ. Һаҡ булығыҙ! Мутлашыусылар, ғәҙәттә, тиҙ ышаныусан кешеләрҙең банк карталары тураһындағы шәхси мәғлүмәтте хужаларҙың тап үҙенән беләләр. Таныш булмаған кешеләргә карта номерын, уның яраҡлыҡ ваҡытын, карта артындағы кодты әйтә күрмәгеҙ: хәләл көс менән тапҡан аҡсағыҙҙан Ҡалтасылағы ҡатын кеүек, ҡолаҡ ҡағыуығыҙ бар!
Фото: img.rg.ru
Читайте нас: