Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
26 Ноябрь 2019, 13:00

Һарыҡты кем ашай яҙған?

Полицияға Ғафури районының Һабай ауылынан 46 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән..

Полицияға Ғафури районының Һабай ауылынан 46 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән.
Баҡһаң, уның һарайынан бер түгел, өс һарығын алып сығып киткәндәр икән. Ваҡиға урынына оператив-эҙләү төркөмө килгән. Улар зыян күләмен 12 мең һумға баһалаған.
Тиҙҙән һарыҡ бурының шәхесе асыҡланған. Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе 27 йәшлек ир булып сыҡҡан ул.
Әйтеүенсә, ул төндә кеше һарайына инеп, өс һарыҡты алып сыҡҡан, уларҙы машинаға тейәгән һәм икенсе көнөнә үк ит һатыусыларға ете мең һумға һатып ебәргән.
Шуныһы шатлыҡлы – полиция хеҙмәткәрҙәре урланған һарыҡтарҙы хужаһына ҡайтарған.
Бурға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: new-variant.ru
Читайте нас