Салауат ҡалаһында мутлашыусы ҡатынға ҡаршы ҡуҙғатылған тәфтиш эше тамамланған.
Мәғлүм булыуынса, 2017 йылдың декабренән алып 2019 йылдың июненә тиклем, шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлгән 34 йәшлек ҡатын, граждандар менән күсемһеҙ милек объекттарын һатыу-һатып алыу килешеүҙәре төҙөгән булып, законһыҙ рәүештә кешеләрҙең аҡсаларын үҙләштергән. Дөйөм зыян күләме – 10 миллион һумдан ашыу.
Мут ҡатындың ғәмәлдәренән 11 кеше зыян күргән. Әлеге ваҡытта ғәйепләү һығымтаһы билдәле, енәйәт эше судҡа ебәрелгән.
Әгәр тотолмаһа, был таҫма телле намыҫһыҙ ҡатын тоҙағына тағы күпме кеше эләгер ине, билдәһеҙ. Әле иһә кеше аҡсаһын урлап байый яҙған енәйәтсе ҡатын ун йылға тимер рәшәткә артына оҙатылыуы ихтимал.