

Хеҙмәт хаҡы өсөн бирелгән аҡсаны һәр кем ҡыуанып ала. Әммә тормошта һәр ваҡыт һин теләгәнсә генә булмай шул. Һүҙем йәй көнө Бөрөләге «Чайка» балалар ял базаһындағы фажиғә хаҡында.
Ул көндө 15 йәшлек үҫмергә эшләгән ваҡытта тимер торба төшөп, үлемесле яралай. Ошо көндәрҙә баланың атай-әсәһе бер миллион һум күләмендә компенсация аласаҡ. Үҫмер менән хеҙмәт килешеүе төҙөлмәгән булған, хеҙмәт мөнәсәбәттәре булыуын суд аша ғына иҫбатлауға ирешкәндәр.
Әйткәндәй, Рәсәйҙә бәхетһеҙ осраҡ йәки һөнәри ауырыу һөҙөмтәһендә үлгән хеҙмәткәр өсөн бер тапҡыр бирелә торған страховка түләүен алыусылар исемлеге киңәйтелде. Хәҙер унда производствола һәләк булған йәш, өйләнмәгән граждандарҙың атай-әсәйҙәре лә инә һәм бер миллион һум аҡса алыуға дәғүә итә. Владимир Путин 2 декабрҙә тейешле законға ҡул ҡуйҙы. Был 2019 йылдың 1 ғинуарынан һуң булған осраҡтарға ҡағыла. Хәҙер закондағы үҙгәрештәр вафат булған үҫмерҙең атай-әсәһенә страховка аҡсаһын алырға мөмкинлек бирәсәк.
Фото: gorobzor.ru