Хәл иртән булған. Фатир хужаһы ҡатыны менән йоҡлап ятҡанда, кемдер ҡаты итеп ишек ҡаға башлаған. Был уларҙың элекке танышы булып сыҡҡан. Кисекмәҫтән ишек асыуҙы талап иткән иргә ҡаршы тора алмағандар. Әммә фатир ишеге асылыу менән иҫерек әҙәм йортҡа атылып ингән дә, бүлмәләрҙе байҡай башлаған. Күҙе стеналағы телевизорға төшкән. Ул юлындағы ҡатынды этеп ебәргән, уға ярҙамға ташланған фатир хужаһының башына ултырғыс менән тондорған. Был икәү иҫенә килгәнсе, стеналағы телевизорҙы ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, “Матиз” машинаһына тейәп, тиҙ арала ҡуҙғалып та киткән.