Хәүефһеҙлек
10 Декабря 2019, 10:10

Камералар тәртип боҙоуҙы теркәй

Беҙҙең маҡсат – тәртип боҙоусыларҙан штраф түләтеү түгел, шуға ла беҙ камераларҙы йәшермәйбеҙ.

Федераль трассаларҙа юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәгән фотокамераларҙың эше тергеҙелде. Был турала төбәк Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Транспорт сәғәте”ндә республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов һөйләне.
Фотовидеотеркәү комплекстары эшендәге өҙөклөк “Росавтодор” менән килешеү мөнәсәбәттәрен көйләүгә бәйле ине.
– Быйыл 1 июлдән 59 камера юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоуға ҡағылған 228 меңдән ашыу осраҡты теркәгән, – тине ул. – Комплекстар эше тергеҙелгәндән алып һуңғы өс көндә генә 20 миллион һумлыҡ ике меңдән ашыу ҡарар сығарылған. Был аҡса Башҡортостандың Юл фондына индерелә.
Тиҙҙән Өфөнөң автомобиль юлдарында тағы ла 62 комплекс эшләй башлаясаҡ. Йыл аҙағына тиклем республика трассаларына автоматлаштырылған тәртиптә эшләгән 500-ҙән ашыу камера ҡуйыла. Киләһе йылдың 1 майына уларҙың һаны икеләтә артасаҡ.
Башҡортостан Башлығы халыҡ хәбәрҙар булһын өсөн фотовидеотеркәү комплекстары картаһын йылдам яңыртып торорға ҡушты.
– Беҙҙең маҡсат – тәртип боҙоусыларҙан штраф түләтеү түгел, ә етешһеҙлектәрҙе, ғөмүмән, булдырмау. Бындай сара юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар имен-һау булһын, тиҙлек тәртибен үтәһен өсөн күрелә. Шуға ла беҙ камераларҙы йәшермәйбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас