Хәүефһеҙлек
11 Декабря 2019, 11:15

Класташы мәсхәрәләгән...

Ошо көндәрҙә Өфөлә тағы ла бер әсә ҡыҙын мәсхәрәләүҙәре хаҡында полицияға хәбәр иткән.

Һуңғы ваҡытта социаль селтәрҙә бәлиғ булмағандарҙы мәсхәрәләү тураһында мәғлүмәттәр ҡырҡа артты. Ошо көндәрҙә Өфөлә тағы ла бер әсә ҡыҙын мәсхәрәләүҙәре хаҡында полицияға хәбәр иткән. Был эш буйынса материалдар Тәфтиш идаралығына тапшырылған.
Мәғлүм булыуынса, XI класс уҡыусылары класташының өйөнә ҡунаҡҡа бара. Мәжлес ваҡытында бер үҫмер класташ ҡыҙын мәсхәрәләгән. Зыян күреүсе иһә был хаҡта әсәһенә һөйләгән, ә ул полицияға барған.
Әлбиттә, ике яҡ өсөн дә ауыр эҙемтәләргә килтергән хәл: егеткә енәйәт эше асып, төрмәгә ултыртыуҙары ихтимал, ә ҡыҙҙың яҙмышына ғүмерлеккә юйылмаҫлыҡ тап һалынған. Ошондай хәлдәр килеп тыумаһын өсөн ата-әсәләргә уяулыҡты юғалтмаҫҡа, балаларға аңлатыу эше алып барырға кәрәк, ти психологтар.
“Үҫмер йәшендә ғишыҡ тотоу теләге тыуа, улар енси бәйләнешкә ынтыла. Йәмғиәттә сексуаль революция бара, шуға ла, теләк булһа, тормошҡа ашыр, тигән фекер таралған. Тәүҙә ғишыҡ булып, дуҫлашып, бер-береһен хөрмәт итеп мөнәсәбәттәр төҙөү урынына, үҫмерҙәр ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәт енси бәйләнешкә ҡоролған тип уйлай. Секс булмаһа, мөхәббәт тә булмай, тип фекерләйҙәр. Айырым бер йәшкә тиклем балалар ата-әсәһенең ыңғайына йәшәй, әммә үҫмер булғас, үҙҙәрен йәштәштәре араһында күрһәтергә ынтыла. Әгәр ҙә һинең партнерҙарың күп булһа, үҫтем, ололар тормошо менән йәшәйем, тип маҡтанырға мөмкин, йәнәһе. Бөтәһе лә мөмкин тип ысынбарлыҡты боҙоп күрһәткән заман килде. Интернетта аҙғынлыҡҡа өйрәткән сайттар күп. Уларҙы насар ағай һәм апайҙар алып бара, ундай осраҡта донъя менән саф мөхәббәт идара итә тип ышандырыуҙан мәғәнә юҡ. Йәки ололар балаларҙы бер кешегә тоғролоҡ һаҡларға өйрәтә, ә үҙҙәрен икенсе төрлө тота”, – ти псиохотерапевт, сексолог, медицина фәндәре канидидаты Елена Голоцван.
Йәғни ата-әсәнең балаларына күңел йылыһын биреп еткермәүе, тәрбиәнең аҡһауы, аңлатыу эше алып барылмауы, контроль булмауы, шулай уҡ телевизорҙа һәм интернет селтәрендә аҙғын тормошто таратыу үҫмерҙәр араһында ошондай күңелһеҙ хәлгә алып килә лә инде. Әммә нимә генә булмаһын, балаларҙы ошондай осраҡтарҙан ҡурсаларға тырышайыҡ.
Фото: cinepromo.ru
Читайте нас