Хәүефһеҙлек
14 Декабрь 2019, 07:35

Водителдәр, һаҡ булығыҙ!

Өфөлә З. Вәлиди һәм Сочи урамдары киҫелешендә канализация йырылған.

Өфөлә З. Вәлиди һәм Сочи урамдары киҫелешендә канализация йырылған.
Был хәл 13 декабрҙә кис булған. Һыу үткәргестәр 1988 йылда һалынған.
Ғәҙәттән тыш хәл урынына Көнбайыш һәм көньяҡ идаралығы бригадалары килгән, каналдарҙы йыуыу өсөн тәғәйенләнгән махсус машина һәм гидравлик һурҙырғыс килтерелгән.
Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, зыян күргән участкалағы һыу үткәргесте һүндереү планлаштырылған. Шуға урында йәшәүселәрҙән ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенәләр, ә водителдәргә юлдың был өлөшөндә бик һаҡ булырға кәңәш итәләр.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.
Читайте нас