Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
15 Декабрь 2019, 18:45

Ҡапыл трос өҙөлөп китеп...

Ике эшсе аҫҡа оса...

Нефтекамала була был хәл. Эшселәр ҙур бейеклектә күп ҡатлы йорттоң фасадын йылытыу буйынса эш башҡарған мәлдә ҡапыл төҙөлөш бәүелсәген тотоп торған тростарҙың береһе өҙөлөп китә. Конструкция эсендәге ике хеҙмәткәр аҫҡа оса.
Бәхеткә күрә, икеһен дә бауҙар ярҙамында ҡыйыҡҡа күтәреп, ҡотҡарып алып ҡалалар.
Эшселәрҙе ҡотҡарыу ваҡытын төшөрөп, интернет ҡулланыусылар социаль селтәрҙәргә һалған.
Эш барышында хәүефһеҙлек талаптары күҙәтелгәнме-юҡмы – быныһын тикшереү эштәре асыҡлар.
Читайте нас