Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Декабрь 2019, 01:45

Әлегә 70 процент ишеткән, ҡалғандарҙың балаһы юҡтыр, күрәһең...

Әле лә халыҡ тынысланмаған, улар балаларҙы ағыулаған матдәләрҙе магазин кәштәләренән алыуҙы һорап яҙыуҙы дауам итә.

Үткән аҙнала Стәрлетамаҡ ҡалаһында “снюс”тан мәктәп уҡыусыһының ағыуланыуы республика халҡын битараф ҡалдырманы. Ата-әсәләр социаль селтәрҙә был осраҡ тураһында бер-береһенә хәбәр итеп, саң ҡаҡты.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был ағыуҙы магазин кәштәләренән бер тәүлек эсендә алырға бойорҙо. Бер тәүлектән һуң тағы ла ошо мәсьәләгә ҡайтып, ул үҙенең социаль селтәрҙәге диуарында: “Снюстар буйынса. Йома кѳндѳ генә шундай сауҙа нѳктәләренең 70 процент самаһы был ағыуҙы үҙ теләктәре менән һатыуҙан алды. Шәмбе һәм йәкшәмбе һѳҙѳмтәләрен дүшәмбе селектор кәңәшмәһендә еткерермен. Алдан шуны әйтә алам: магазин хужаларының да балалары барҙыр, күрәһең, шуға ла улар беҙҙе ишетә һәм килешә. Был осраҡта ҡануниәттәге етешһеҙлектәр менән файҙаланыу - ярамаған эш”, - тип белдерҙе етәксе.

Әле лә халыҡ тынысланмаған, улар Радий Хәбировтан балаларҙы ағыулаған матдәләрҙе магазин кәштәләренән алыуҙы һорап яҙыуҙы дауам итә. Мәҫәлән, Фая исемле ҡатын былай тип мѳрәжәғәт иткән: “Радий Фәрит улынан беҙҙең балаларҙы ағыулаған тартыу ҡатнашмаларын һәм вейптарҙы бѳтѳрѳүҙе һорайбыҙ! Был ағыу бик ҡурҡыныслы! Үпкәне яндырыуға алып килә, унда ағыулы матдәләр бар һәм улар ѳс быуынға тиклем күҙәнәктәрҙе мутациялай! Дәүләт Думаһында тәмәкегә ҡаршы закон ҡабул ителә. Башҡортостанда был ағыуҙы һатыуҙы тулыһынса тыйырға!
Фото: Радий Хәбировтың “Бәйләнештә” социаль селтәренән.
Читайте нас