Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
17 Декабрь 2019, 18:05

“Тыныс йоҡла, һеңлем!”

Фажиғә көнөндә ҡыҙ өйҙә бер үҙе булған. Башҡалар иртән эштәре буйынса киткән. Элина ла мәктәпкә барырға әҙерләнеп йөрөгән.

Бөгөн Башҡортостанда кисәге ҡот осҡос янғында һәләк булған бала менән хушлаштылар. Элинаға (исеме үҙгәртеп алынды) ни бары 12 генә йәш ине...
Был янғын Иглин районының Таутөмән ауылында сыҡты. Вагон янып китеп, уның эсендәге бала 15 минут эсендә йән бирә.
Фажиғә көнөндә ҡыҙ өйҙә бер үҙе булған. Башҡалар иртән эштәре буйынса киткән. Элина ла мәктәпкә барырға әҙерләнеп йөрөгән. Ут вагонды йылытҡан мейестән сыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһы ла шул тиклем тиҙ була: бала бер нисә минут эсендә ағыулы газ еҫенә тонсоға.
Йәшәй ҙа башламаған ҡыҙҙың һәләк булыуы республика халҡын тетрәндерҙе. Элинаның ағаһы социаль селтәрҙәрҙә шундай яҙма ҡалдырған: “Бөгөн Элина менән хушлашабыҙ. Тыныс йоҡла. Бәхил бул, яратҡан һеңлем”.
Шуныһы үкенесле, был ғаилә былтыр ғына янғында йортон юғалтҡан булған. Ул саҡта ғаилә ағзалары иҫән ҡалған, тик барлыҡ ҡаралты янып көлгә әйләнгән. Башҡа йәшәргә урындары булмағас, уларға ваҡытлыса ошо вагонды биргәндәр. Яҙмыштан уҙмыш юҡ тигәне ошомо икән?..
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы белгестәре республика халҡын иҫкәртә: мейес яҡҡанда, электр приборҙарын, йылытҡыстарҙы ҡулланғанда һаҡ булығыҙ. Яңы йыл алдынан күптәр шыршы ҡуя, уны төрлө гирляндалар, шәмдәр менән биҙәй. Гирляндаларҙы яндырған килеш һәм төнгөлөккә ҡалдырмағыҙ. Петардалар, шартлатҡыстар менән дә бик һаҡ ҡулланырға, балаларға уларҙы бөтөнләй тоттормаҫҡа кәрәк. Байрам алдынан кәйефте ҡырмайыҡ.
Фото: news.yandex.ru
Читайте нас