Хәүефһеҙлек
18 Декабрь 2019, 14:30

Ҡатынды ҡотҡара алмайҙар...

Юлдарҙағы аварияларҙың төп сәбәбе – ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сығыу.

Бөгөн республиканың Туймазы районында, М5 трассаһында үлемесле автомобиль аварияһы теркәлде.
Өфөнән Туймазы яғына китеп барған “Шевроле Авео” ҡаршы һыҙаттан килгән “Шевроле Клан” автомобиленә бәрелгән. Унан һуң “Авео” “Фольксваген Джетта”ға барып менгән.
Бәрелеш бик ҡаты була. Урында “Авео”ның водителе – 56 йәшлек ҡатын һәләк була. “Фольксваген” автомобиленең 32 йәшлек водителенең аяғы һына, уны дауаханаға оҙаталар.
Урында юл полицияһы һәм башҡа махсус хеҙмәттәр эшләй.
Юлдарҙағы аварияларҙың төп сәбәбе – ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сығыу, тип иҫәпләй Эске эштәр министрлығы вәкилдәре. Проблеманы хәл итеү өсөн транспорт ағымын айырырға кәрәк, ти улар. Был фекер “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектында ла сағылыш алған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Владимир Путин Хөкүмәткә 2020 йылдың 1 декабренә юлдарҙа хәүефһеҙлек буйынса 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән дәүләт программаһын әҙерләү бурысын йөкмәтте. Ул юл хәрәкәте фажиғәләрен кәметеүгә йүнәлтелгән.
Фото: ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас