Республика прокуратураһы хәбәр итеүенсә, быйыл июнь айында хәүефһеҙлек техникаһы өсөн яуаплы хеҙмәткәр мастерҙарға Трамвай урамындағы реклама баннерын алырға ҡуша. Эшселәр бындай эште башҡарыу өсөн яраҡлаштырылмаған автотейәгестә биш метр бейеклеккә күтәрелгән. Хәүефһеҙлек техникаһын боҙоу сәбәпле автотейәгес әйләнеп китеп ауған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мастерҙарҙың береһе шунда уҡ йән биргән, икенсеһе дауаханала вафат булған.