Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Декабрь 2019, 12:30

Аҡ халатта аҡ ҡар өҫтөнән йөрөп...

Кеше машиналарын яндырған әҙәм кем булған?

Күптән түгел Стәрлетамаҡта сит машиналарҙы күрәләтә яндырған кешене тотҡандар. Яңы ғына яуған аҡ ҡар өҫтөндә аҡ халат кейеп, ҡиммәтле автомобилдәрҙе юҡҡа сығарып йөрөгән әҙәм тураһында матбуғат саралары хәбәр иткәйне.
Был хәл ноябрь аҙағында булған: видеокамераларҙың яҙмаларынан күренеүенсә, аҡ маскхалат һәм бирсәткә кейгән, рюкзак аҫҡан бер ир, канистра тотоп автоүҙәк янындағы туҡталҡала торған автомобилдәргә ут төртә. Өс транспорт сараһы зыян күргән. Енәйәтсе иһә был урындан тиҙ арала китеп барған.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары ошо көндәрҙә уны тотҡан. Владислав Воробьевҡа – 27 йәш, ул полиция хеҙмәткәрҙәренә ҡылған енәйәттең һәр мәлен тәфсирләп һөйләгән. Ғәйебен таныған һәм ҡылған ҡылығы өсөн үкенесен белдергән, хатта зыян күреүселәрҙән ғәфү үтенеп, компенсация түләргә вәғәҙә иткән.
Енәйәттең сәбәбенә килгәндә, бер версия буйынса, Воробьев машиналар туҡталҡаһы эргәһендәге бинаның хужаһы менән низағлашҡан булған. Яндырыусыға ҡаршы енәйәт эше асылған, ғәйебе иҫбатланһа, ул тейешле язаһын аласаҡ.
Суд Воробьвты ҡулға алмаған, тик кеҫә телефоны һәм интернет селтәре менән ҡулланыуҙы тыйған.
Фото: static.ngs.ru
Читайте нас