Әйтеүҙәренсә, 73 йәшлек ир полиция хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итергә мәжбүр булған. Уға билдәһеҙ кеше телефондан шылтыратып, үҙен “банк хеҙмәткәре” тип танытҡан. Мутлашыусы пенсионерҙың иҫәптәге аҡсаһы реквизиттарын һорап алған, йәнәһе, мәғлүмәт хәүефһеҙлек өсөн кәрәккән. Шулай итеп, ҡараҡ ирҙең 9 мең евроһын, 9 мең долларын һәм 2,5 миллион һум аҡсаһын үҙләштергән.
Енәйәт эше асылған. Ошондай күңелһеҙ ваҡиғалар, күпме аңлатыуға ҡарамаҫтан, булып тора. Кем генә шылтыратҡан хәлдә лә, аҡса иҫәбе реквизиттарын хәбәр итергә ярамағанлығын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Банк хеҙмәткәрҙәре ундай үтенес менән мөрәжәғәт итмәйәсәк.