Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров "Торатау" конгресс-холында Рәсәй Ҡотҡарыусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты.
Төбәк етәксеһе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы һәм дәүләт наградаларын тапшырҙы.
"Һеҙҙең хеҙмәт ҡыйыулыҡ һәм тәүәккәллек талап иткән ҡатмарлы эштәрҙе үтәй алырҙай батыр кешеләрҙе берләштерә. Беҙҙең ҡала һәм ауылдар халҡы тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында мотлаҡ ярҙамға килерҙәй кешеләр барлығын яҡшы белә. Һеҙ уларҙы хәүеф-хәтәрҙән ҡурсалайһығыҙ", - тине Радий Фәрит улы.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тарихында Өфөләрҙең тәүге ҡотҡарыу операцияһы 1991 йылда Өфө нефть эшкәртеү заводындағы ҙур янғынды һүндереү була. Был ваҡиға Гиннесстың рекордтар китабына индерелгән.
Республика Башлығы белдереүенсә, республика ҡотҡарыусыларына бөгөн дә эш етерлек. Йыл башынан ике меңдән ашыу ҡотҡарыу-эҙләнеү эшенә, 11 меңдән күберәк тапҡыр янғын һүндереүгә сыҡҡандар. Кисә генә “Нефтехим” тәжрибә заводы биләмәһендә ҙур янғын сыҡты. Өфө янғын һүндереү-ҡотҡарыу гарнизонының етеҙ эш итеүе һөҙөмтәһендә фажиғәне үҙ ваҡытында һүндереүгә өлгәшелде, иң мөһиме, кешеләрҙең һәләк булыуына, йәрәхәтләнеүенә юл ҡуйылманы.
"Үҙ сиратында дәүләтебеҙ һеҙҙең хеҙмәтегеҙгә әүҙем ярҙам итә. Яҡшы йыһазландырылған янғын һүндереү деполары төҙөлә, заманса ҡорамалдар, махсус техникалар алына. Беҙ киләсәктә лә янғын һүндереү-ҡотҡарыу инфраструктураһын нығытыуға етди ярҙам итәсәкбеҙ", - тине Радий Хәбиров.