Хәүефһеҙлек
27 Декабря 2019, 11:00

Ағалы-һеңлеле фажиғәгә тарығандар...

Бөгөн Баймаҡ ҡалаһының Стаханов урамында водитель ағалы-һеңлеле ике йәйәүлене тапата

Бөгөн Баймаҡ ҡалаһының Стаханов урамында водитель ағалы-һеңлеле ике йәйәүлене тапата. 34 йәшлек ҡатын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шунда уҡ һәләк була, 27 йәшлек ҡустыһы дауаханаға оҙатыла.
Юл-транспорт ваҡиғаһы төнгө сәғәт бер тирәһендә була Әйтеүҙәренсә, йәйәүлеләр оло юл буйлап барған. Бәлки, эскән булғандарҙыр тигән фараз да бар. Водитель ваҡиға урынынан тәүҙә ҡасып китһә лә, аҙаҡ кире килгән, тип хәбәр итә UFA1.ru. Хәҙер водителдәргә айырыуса уяуыраҡ, һағыраҡ булырға тура килә, сөнки байрам яҡынлаша, юлдарҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү мөһим.
Фото :Ufa1.ru
Читайте нас