Бөгөн Хәйбулла районында үлемесле юл фажиғәһе теркәлгән. Авария көндөҙгә сәғәт 10-дар тирәһендә Юлдыбай-Аҡъяр-Сара автомобиль юлының 61 километрында була. ВАЗ-2114 машинаһы һәм "Skania" йөк машинаһы бәрелешеүе һөҙөмтәһендә еңел машина водителе ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға эләгә. Уның Йылайыр районынан 31 йәшлек пассажиры фажиғә урынында һәләк була.