Һәләк булған Валентина Бегашева студенттарҙың яратҡан уҡытыусыһы була. Уҡыу йорто етәкселеге лә, студенттар ҙа был ҡайғыны ауыр кисерә. “Акушерлыҡ һәм гинекология” курсын алып барған уҡытыусы үҙ эшенең оҫтаһы, яҡшы белгес, талантлы педагог ине”, - ти уның тураһында уҡыусылары.