Хәүефһеҙлек
27 Декабря 2019, 19:00

Күпме аҡсанан ҡолаҡ ҡаҡҡандар...

Барлыҡ ваҡиғалар буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү эше бара. Ә хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре тағы ла берҙе иҫкәртә...

Яңы йыл алдынан мутлашыусылар әүҙемләшә. Бигерәк тә бындай осраҡтар Октябрьский ҡалаһында йыш теркәлгән.
Мәҫәлән, 24 декабрҙә полицияға 61 йәшлек уҙаман мөрәжәғәт иткән. Баҡһаң, ул интернет селтәре аша автомобилдең күргәҙмә моделен һатып алырға ниәтләгән, һатыусыға хат яҙған. Бер ҡыҙҙан яуап килгән: ул, автомобиль моделе өс мең һум тора, тип белдергән һәм аҡса күсерер өсөн банк картаһы реквизиттарын ебәргән.
Ир ике модель һатып алырға ҡарар иткән һәм аҡса күсергән. Әммә теге ҡыҙ, аҡса күсмәне, операцияны ҡабатларға кәрәк, техник етешһеҙлек бөтөрөлөү менән, артыҡ сумма кире күсереләсәк тип ышандырған. Шулай итеп, ир билдәһеҙ һатыусыға 23 мең һум аҡса күсергән. Унан һуң “һатыусы” интернеттағы сәхифәһен юйып ташлаған.
Ошо уҡ көндө полицияға 41 йәшлек тағы бер ир мөрәжәғәт иткән. Ул иһә интернет-сайтта ҡулланыусы кредиты алырға булған. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң уға бер ҡыҙ шылтыратҡан һәм үҙен банк вәкиле тип таныштырған. Ул кредиттты банк хупланы тип белдергән, әммә уны алыу өсөн 86 мең һум күләмендә страховка һәм комиссия түләргә кәрәклеген әйткән. Ир оҙаҡ уйлап тормаған, ошо сумманы әйткән иҫәпкә күсергән. Унан инде кредит суммаһын күсереүҙәрен көтә башлаған. Әммә өмөтө аҡланмаған...
Тағы бер 60 йәшлек ҡатын да мутлашыусылар тоҙағына эләккән. Уны ла банк хеҙмәткәрҙәре исеменән алдап, 27 мең һум аҡсаһынан яҙҙырғандар.
Барлыҡ ваҡиғалар буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү эше бара. Ә хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре тағы ла берҙе иҫкәртә: телефон аша аҡсаға бәйле эштәрҙе хәл итмәгеҙ, билдәһеҙ кешеләргә бер ваҡытта ла аҡса күсермәгеҙ, һаҡ һәм иғтибарлы булығыҙ! Был бигерәк тә оло йәштәгеләргә ҡағыла.
Фото: saratov24.tv
Читайте нас