Кисә Стәрлетамаҡ ҡала дауаханаһына ҡанға мансылған ирҙе килтерәләр. Уның күкрәгенә бысаҡ менән сәнселгән була. Ир үҙенең “шешәләш” дуҫынан зыян күрә.
Был сетерекле хәл дә табын артында сыға. Ике ир өҫтәл артында спиртлы эсемлектәр эсеп ултырғанда улар араһында тауыш күтәрелә. Үҙ-ара сыҡҡан талашта 30 йәшлек ир үҙ эмоцияларына хужа була алмай, бысаҡҡа йәбешә һәм иптәшенең күкрәгенә ҡаҙай.
"Ғәйепле ҡулға алынған, әлеге ваҡытта тикшереү үткәрелә, уның һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк", —ти хоҡуҡ һаҡлау органдары.
Яңы йыл байрамдары яҡынлаша, шуға күрә табындаштарға үҙ-ара матур итеп байрамды үткәреүҙәрен теләр инек. Яңы йыл байрамы кемгә байрам, кемгә хайран булмаһын.