Хәүефһеҙлек
31 Декабря 2019, 15:45

Буран. Юлдарҙа һаҡ булайыҡ!

Юлға сыҡҡандарға тиҙлекте һәм хәүефһеҙ арауыҡты һаҡларға кәңәш ителә. Йәйәүлеләр үткән урында иғтибарлыраҡ булырға кәрәк. Байрам кәйефе боҙолмаһын, һаҡ булайыҡ!

Бөгөн байрам, алда оҙайлы ялдар көтә. Күптәр эштән һуң райондарға һәм ҡалаларға ҡунаҡҡа, ялға юлланасаҡ. Тик, күренеүенсә, тышта буран, юлдарҙа хәл ҡатмарлаша. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы белгестәре иҫкәртә.
Синоптиктар хәбәр итеүенсә, Яңы йыл төнөндә ҡар яуа һәм буран сыға. Елдең тиҙлеге секундына 25 метрға тиклем барып етәсәк.
Шулай уҡ боҙлауыҡ булыуы ла ихтимал. Көслө ҡар республиканың күп райондарында яуасаҡ. Һауа температураһы төндә – 3, - 8, көндөҙ 0, - 5 градус һалҡын. Юлда күреү мөмкинлеге 500 – 1000 метрға тиклем генә ҡаласаҡ.
Юлға сыҡҡандарға тиҙлекте һәм хәүефһеҙ арауыҡты һаҡларға кәңәш ителә. Йәйәүлеләр үткән урында иғтибарлыраҡ булырға кәрәк. Байрам кәйефе боҙолмаһын, һаҡ булайыҡ!
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас