Хәүефһеҙлек
1 Января 2020, 09:50

17 йәшлек уҡыусы һәләк булған

Ҡайһылыр мәлдә ул тигеҙлеген юғалтып, ултырғыстан осоп төшкән.

Был бәхетһеҙ осраҡ Баймаҡ районында 30 декабрҙә булған. “Башинформ” агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, 17 йәшлек үҫмер өйҙә ремонт эшләгән. Ул ҡулына шымарта торған машинка тотоп, ултырғысҡа менеп баҫҡан. Ҡайһылыр мәлдә ул тигеҙлеген юғалтып, ултырғыстан осоп төшкән. Приборҙың йөҙө йоҡо артерияһын киҫеп, уҡыусы шунда уҡ йән биргән. Республика Тәфтиш комитеты әлеге бәхетһеҙлек осрағы буйынса тикшереү алып бара.
Мәрхүмдең яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Шул уҡ ваҡытта өлкәндәргә балаларға эш ҡушҡанда хәүефһеҙлек саралары хаҡында иҫкәртергә онотмаһын ине. Яңы йылда бәлә-ҡазалар урап үтһен!
Фото:5-tv.ru
Читайте нас