Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
2 Ғинуар 2020, 12:30

“Мега”ла - эвакуация

Баш ҡаланың иң ҙур сауҙа-күңел асыу үҙәктәренең береһендә нимә булған?

Кисә баш ҡаланың иң ҙур сауҙа-күңел асыу үҙәктәренең береһе “Мега”ла эвакуация иғлан иткәндәр.
Байрам кәйефе боҙолһа ла, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тәү сиратта үтәлергә тейеш. Шуға күрә хәбәр алыу менән урынға ҡотҡарыусылар килеп еткән һәм сауҙа үҙәгенән 1500 кешене, шул иҫәптән 200 самаһы баланы сығарған.
Мәғлүм булыуынса, үҙәктәге ресторандарҙың береһендә янғын сигнализацияһы эшләй башлаған, әммә урында яныу билдәләре табылмаған. Әйткәндәй, ошо уҡ сауҙа үҙәгендә декабрҙә лә халыҡты эвакуациялағандар ине. Ул саҡта “Мега” биләмәһен 2500 кеше, шул иҫәптән 700 бала ҡалдырғайны.
Фото: gorobzor.ru
Читайте нас