Өфөлә һигеҙенсе тәүлек инде туғандары хәбәрһеҙ юғалған 24 йәшлек Кирилл Павловскийҙы эҙләй.
Егет шәкәр диабеты менән сирләй, ғүмере инсулинға бәйле.
- Ул Яңы йыл алдынан – 27 декабрҙә эҙһеҙ юғалған, - тип хәбәр итә Башҡортостан Башлығы эргәһендәге кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы Динар Зәйнуллин.
Егеттең әсәһе “улым берәй бәләгә тарығандыр” тип хафалана. Шул ваҡыттан бирле телефонын да алмай, социаль селтәрҙәргә лә сыҡмай.
Әсәһе әйтеүенсә, улар араһында конфликт булмаған, туғандары ла, дуҫтары ла уның ҡайҙалығын белмәй. Кирилл береһе менән дә бәйләнешкә инмәгән.
Уның билдәләре: асыҡ-һоро күҙле, һоро сәсле. Ҡулында татуировка – өс рауза сәскәһе төшөрөлгән. Ҡара-йәшел төҫтәге капюшонлы оҙон пуховик кейгән, аяғында – ҡара замшанан тегелгән ботинка.
Күреүселәр булһа, ошо телефонға шылтыратыуығыҙ һорала: 89174084123.