Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Ғинуар 2020, 18:20

“Урмандарға инһәң, һыҙғырып ин...”

Силәбе өлкәһенең Сыуаш быуаһы ауылынан сығып киткән 1956 йылғы ир, урманда йөрөй торғас, аҙашҡанын аңлай.

Бар халыҡ байрам иткәндә был тынғыһыҙ ир урманда ни эшләп йөрөгәндер, уныһы билдәһеҙ.
Силәбе өлкәһенең Сыуаш быуаһы ауылынан сығып киткән 1956 йылғы ир, урманда йөрөй торғас, аҙашҡанын аңлай.
Кискә табан улы менән бәйләнешкә сыға, әммә аҙаҡ телефон бәйләнеше өҙөлә. Ни эшләргә белмәгән туған-ырыуы Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә.
Ҡараңғы тиҙ төшә, эҙләү эше ҡатмарлаша. Шулай ҙа тәжрибәле ҡотҡарыусылар, оҙаҡ та үтмәй, аҙашҡан ирҙе эҙләп таба.
Авария- ҡотҡарыу хеҙмәткәрҙәренә кешеләргә күрһәткән оло ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәттән тыш, Яңы йылда именлек, ғаилә бәхете теләйбеҙ.
Фото:1zoom.ru
Читайте нас