Хәүефһеҙлек
4 Января 2020, 04:40

“Еңел пар менән!” урынына - "ҡарауыл!”

Эҫе пар яратһаң, ҡағиҙәләрҙе лә үтәй бел.

2020 йыл башынан республикалағы янғындарҙың 14-е мунсала булған. Был хаҡта Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Ҡырмыҫҡалы районында - өс, Өфө һәм Иглин райондарында икешәр мунса зыян күргән. Яңы йылдың тәүге көндәрендә Өфөлә, Учалыла, шулай уҡ Йылайыр, Дыуан, Ҡариҙел, Ҡыйғы райондарында мунсалар янған.
Статистиканан күренеүенсә, мунсалағы янғындар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу арҡаһында килеп сыҡҡан. Мейестәрҙе дөрөҫ файҙаланмау, төтөн үткәргестәрҙең төҙөк булмауы - йыш осраған сәбәптәр. Эҫе пар яратыусылар мунсаны кәрәгенән тыш ныҡ яғып, ут сығыуына булыша. Янғын һүндереүселәр әйтеүенсә, тап ошо сәбәпле янғындар арта. Тағы ла бер етди сәбәп - электр үткәргестәренең иҫкереүе. Хәҙерге мунсаларҙа замандың бөтә ҡаҙаныштары файҙаланыла: вентилятор, кондиционер, яҡтыртҡыс һәм йылытҡыстар... Электр үткәргестәрҙең, розеткаларҙың торошон даими тикшереп торорға кәңәш итә янғын һағында тороусылар.
Еңел тоҡанып китеүсе бензин, кәрәсин, дизель яғыулығы ҡулланыусылар үҙҙәрен бәләгә тарыуға этәреүҙәрен аңлаһа ине. Электр лампочкаһы мотлаҡ плафон менән ҡаплатылырға тейеш тигән талапты ла иҫтән сығарырға ярамай.
Фото: Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы
Читайте нас