Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
4 Ғинуар 2020, 13:30

“Элемтә юҡ. Ҡотҡарыусыларға шылтыратып булмай...”

Өфө-Белорет юлының Елмерҙәк бөгөлө янында йәш әсә менән бала юлдан ситкә төшөп китә...

Яңы йыл ҡыуаныстары менән бер рәттән күңелһеҙ ваҡиғалар ҙа осрап тора. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Өфө - Белорет юлында йәш әсә менән бала ҙур фажиғәгә тарый яҙған. Ярай әле изгелекле кешеләр осраған.
Кис Елмерҙәк бөгөлө янында еңел автомобиль юлдан тайып китеп, кюветҡа төшөп китә. Рулдә - йәш әсә, салонда бала ғына. Машинаны сығарыу түгел, бәләгә тарығандар үҙҙәре автомобилдән дә сыға алмай. Өҫтәүенә бында элемтә лә юҡ. Ярай әле үтеп барған кешеләр туҡтап, бәләгә тарығандарға ысын мәғәнәһендә ҡотҡарыу операцияһы ойошторған.
"Ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтырата алманыҡ. Ҡеүәтле "полнопривод"ҡа рәхмәт - машинаны тартып сығарҙы. Әйткәндәй, үҙегеҙ менән көрәк алып йөрөгөҙ!" — тип яҙған аҙаҡ социаль селтәрҙә ваҡиғаның шаһиты Гөлнара Шәмсетдинова.
Ҡыш көндөң берсә йылтырап, берсә һыуытып тороуын иҫәпкә алғанда, водителдәргә юлға сыҡҡанда айырыуса һаҡ булырға кәрәк.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас