Был урында транспорт менән юл һәләкәте йыш күҙәтелә – “Спорт” туҡталышы янында, Октябрь проспекты һәм СССР-ҙың 50 йыллығы урамдары киҫелешендә.
3 ғинуарҙа нәҡ ошо урында ҙур аварияға шаһит булғандар: бер түгел, дүрт автомобиль бәрелешкән.
Хәбәр ителеүенсә, һөҙөмтәлә алғы өлөшө иҙелгән ватан автомобилендәге ир ныҡ ҡына зыян күргән. Авария урынына тиҙ арала ике экипаж “Ашығыс ярҙам” килеп, уны дауаханаға алып киткән. Оҙаҡламай ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре лә һәләкәт урынына килеп еткән. Күп машина ҡатнашлығында булған аварияның сәбәптәрен асыҡлау дауам итә.