ТАСС агентлығы, Һаҡлыҡ банкы мәғлүмәттәренә таянып, Яңы йыл байрамы мәлендә телефон аша алдаусыларҙың бығаса булмағанса әүҙемләшеүен билдәләгән. Ошо осорҙа рәсәйҙәрҙең 280 миллион һум аҡсаһын урларға маташҡандар.
Иң таралған ысул – уғрылар үҙҙәрен хәүефһеҙлек хеҙмәткәре тип танытып, аҡсаны “резерв иҫәбе”нә күсереүҙе талап итеү. Банкта әйтеүҙәренсә, ундай иҫәптең булғаны юҡ.
Уғрылар ҙа йоҡлап ятмай, камиллаша, оҫтара, уҫаллаша. Мутлашыуҙың өр-яңы бер төрө лә барлыҡҡа килгән. Алдаҡсылар һинең банкоматтан аҡса алғаныңды ҡарап тороп, “картамды онотоп ҡалдырғайным, унан 10-15 мең һум аҡсам юғалған”, тип бәлә ҡуптарыуы, аҡса талап итеүе ихтимал. Ундай хәлдәр булғылаған, уғрылар кешеләрҙе, полицияға хәбәр итәм, картала ҡулдарыңдың эҙе ҡалған, тип ҡурҡытҡан. Улар, юрамал карталарын банкоматта ҡалдырып, ҡорбандарының ҡармаҡҡа эләккәнен көтә.
Бындай осраҡта, әйҙә полиция саҡыртайыҡ, күҙәтеү камераһы минең аҡсаға теймәгәнемде иҫбатлаясаҡ, тип яуап бирергә кәрәк. Бына шундай хәлдәр, асыҡ ауыҙ булмайыҡ, яҡындарыбыҙҙы ла уяулыҡҡа өйрәтәйек.