Хәҙер һәр кемдең тиерлек шәхси автомобиле бар, танытма алыуы ла ауыр түгел, әммә "тимер ат"ты йөрөтөү өсөн һәләт тә, оҫталыҡ та кәрәк. Күп осраҡта юл-транспорт ваҡиғалары ошо тәжрибә етмәүгә йә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һанға һуҡмауға бәйле килеп тыуа, ә инде ҡышҡы юл һәр кем өсөн хәүеф сығанағы булып тора.
Республикала иң ҡатмарлы юлдар Белорет районына тура килә, шуға ла насар, яуым-төшөмлө көндәрҙә айырыуса һаҡ булырға кәрәк. Яңы йыл каникулы ваҡытында был тарафтарҙағы юлдарҙа транспорт ағымы көслө булды, сөнки бөтәһе лә тау саңғыһы үҙәгенә атлыға, бынан тыш туғандарға ҡунаҡҡа ҡайтҡандар ҙа бихисап ине. Көндәрҙең ҡарлы-буранлы тороуы, боҙлауыҡ хасил булыуы юлдарҙа хәүефте арттырҙы.
Белорет районында юлда кеҫә телефонының тотмауы хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра, бындай осраҡта водителдәрҙең бер-береһенә ярҙамға ашығыуы насар хәлгә ҡалғандарҙы ҡотҡара. Был байрам көндәрендә лә авариялар булғылап торҙо. Мәҫәлән, Өфө - Белорет трассаһында автомобилдә йәш әсә бәләкәй балаһы менән икәү генә китеп барған. "Ҡәйнә теле" тип аталған иң текә урынды үткәндә улар юлдан ситкә төшөп китә. "Был участкала бәйләнеш юҡ. Ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтырата алманыҡ. Әммә юл ситенән машинаны һөйрәп сығарған көслө ҡеүәтле автомобилгә рәхмәт. Әйткәндәй, үҙегеҙ менән көрәк алып йөрөгөҙ", - тип яҙа ваҡиға шаһиттары.
Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәренән.