Хәүефһеҙлек
7 Января 2020, 17:35

Ирәмәл айырылғанды яратмай

Тауҙа турист юғалған.

6 ғинуарҙа Учалы районының Байһаҡал ауылы эргәһендә турист юғала. 1957 йылғы ҡатын Ирәмәл тауынан төшкән ваҡытта ни сәбәптәндер төркөмдән артта ҡала һәм аҙаша.
Төнө буйы барған эҙләү-ҡотҡарыу эштәрендә Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, “Ирәмәл” милли паркы һәм башҡа ведомстволар хеҙмәткәрҙәре, “Лиза Алерт” эҙләү отряды, шулай уҡ күрше Силәбе өлкәһе ҡотҡарыусылары ҡатнаша.
Бөтәһе 56 кеше һәм 22 берәмек техника йәлеп ителә.
Бәхеткә күрә, эҙләүҙәр уңышлы тамамлана. Көн ярым тигәндә юғалған туристы “Ирәмәл” милли паркы хеҙмәткәрҙәре табып ала.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы туристик маршрут ваҡытында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә, төркөмдән артта ҡалмаҫҡа, һуңғы пунктҡа килеп еткәс, тейешле инстанцияға хәбәр итергә кәңәш итә.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас