Өфөнаң Комсомальская урамындағы бер йорттоң подъезында 12 йәшлек ҡыҙыҡайға “Тиҙ ярҙам” саҡырырға тура килә. Уның этил спирты эсеп, ағыуланыуы асыҡлана. Сирле тиҙ арала 22-се ҡала дауаханаһына алып барыла. Бөгөн уның һаулығы өсөн борсолорға урын юҡ. Әле ҡыҙҙың спиртлы эсемлектәр эсеп, нисек ағыуланыу сәбәптәре тикшерелә.