Бөтә яманлыҡтар кешенең аңы томаланған хәлдә, йәғни эске сәбәпле башҡарыла. Һабаҡ булырҙай, ғибрәт алырҙай ваҡиғалар ҡабатланып тора, улар тураһында яҙыла, тик киҫәмәгәндәр һаман табыла шул.
Сибай ҡалаһында бер ир танышының пластик картаһын урлап, ундағы аҡсаһына эйә була, тик оҙаҡҡа түгел...
Яңы йыл байрамдарында 32 йәшлек ир 68 йәшлек танышына ҡунаҡҡа килә. Ултырып ашайҙар, эсәләр, һый етмәй ҡала. Хужа банк картаһын үҙ ҡулдары менән иптәшенә тоттороп, пин-кодын әйтеп, тағы спиртлы эсемлек алырға ебәрә. Ә икенсе көнөнә ул картаһын тапмай, ундағы 11 мең һум аҡсаһы алынғанын да күрә. Шунан һуң ул полицияға мөрәжәғәт итә.
Хоҡуҡ һаҡсылары шикле "дуҫ"ты бик тиҙ эләктерә. Ир картаны үҙендә ҡалдырыуын да, аҡсаны урлауын да йәшермәй һөйләп бирә. Уға ҡарата “Урлашыу” статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.