Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
8 Ғинуар 2020, 15:30

Элина һаңғырау һәм һөйләшә белмәй

Өфөлә йәнә йәш әсә юғалған. Уны өс һәм йәш ярымлыҡ балалары көтә.

Әллә нимә булды... Көн һайын тиерлек юғалған кешеләр тураһында мәғлүмәт бирергә мәжбүрбеҙ. Ҡайҙа юғала һуң улар? Күпселек осраҡта йәш әсәләр, йәки үҫмерҙәр ғәйеп була, шуныһы аптырата.
Бөгөн сираттағы йәш әсәнең ғәйеп булған. Өфөлә 33 йәшлек Элина Макарованы эҙләйҙәр. Уның яҡындары белдереүенсә, ҡатын 5 ғинуар төш ваҡытында Глумилинская урамындағы өйөнән сыҡҡан һәм шунан бирле уны бер кем дә күрмәгән.
Элинаны өйөндә ире Айҙар, өс һәм йәш ярымлыҡ ике балаһы көтә. Шуныһы: Элина һаңғырау һәм һөйләшә белмәй. Уның ире шулай уҡ һаңғырау һәм һөйләшмәй.
Элина юғалған көнөндә фотолағы кеүек кейенгән булған. Әгәр уны берәй ҡайҙа күреп ҡалһағыҙ, 112 телефонына хәбәр итеүегеҙ һорала.
Читайте нас