Бөгөн Шишмә районында ҡот осҡос фажиғә булды. Авария һөҙөмтәһендә бала ғүмере өҙөлдө.
Киске сәғәт алтыла Арыҫлан – Шишмә – Ҡырғыҙ-Миәкә автомобиль юлында була был хәл. “Киа Венга” автомобиле руле артында 35 йәшлек Өфө ҡатыны ултырған була. Янында 12 һәм ун йәшлек ҡыҙҙары ла китеп бара. Ниндәйҙер сәбәп менән машина юлдан ситкә оса һәм ауа. Һөҙөмтә бик ҡурҡыныс: дауаханаға алып китеп барышлай өлкән ҡыҙ “Ашығыс ярҙам” машинаһында йән бирә. Бәләкәйе төрлө йәрәхәттәр менән дауаханала.
Әле авария урынында полиция һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй. ЮХХДИ матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана.
Көндөң ҡараңғы ваҡытында булған авария яңы башланған ғүмерҙе өҙҙө. Уның сәбәптәре ниндәй генә булмаһын, баланы кире ҡайтарыу мөмкин түгел. Әсә кеше артабан нисек йәшәр? Машинала балалар йөрөткән саҡта айырыуса ипле булырға кәрәк тә бит.
Юлдарыбыҙ хәйерле булһын! Ашыҡмайыҡ...