Хәүефһеҙлек
13 Января 2020, 10:00

Аэропортта бомба табылмаған

11 ғинуарҙа полицияға аэропорт бинаһына бомба һалыныуы тураһында хәбәр килә.

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов “Өфө” аэропортындағы ғәҙәттән тыш хәл тураһында белдерҙе.
11 ғинуарҙа полиция операторы пультына аэропорт бинаһына бомба һалыныуы тураһында хәбәр килә. Билдәле, инцидентты асыҡлау буйынса оператив эш төркөмө ойошторола. Аэровокзал комплексы өйрәтелгән эттәр, мобиль ҡорамалдар ярҙамында тикшерелә.
“Шылтыратыу ялған булып сыҡты. Шылтыратыусының шәхесе асыҡланды, ул тотолдо”, - тине Тимур Мөхәмәтйәнов.
Фото: Горобзор.ру
Читайте нас