Хәүефһеҙлек
13 Января 2020, 09:00

Эт ояһынан... миллион һум юғалған

Яңы йыл байрамын эшҡыуар бик ихлас байрам иткән, эт ояһындағы байлығын тикшерергә ваҡыты булмаған.

Уйлап ҡарағыҙ әле: ҙур ғына сумма аҡсағыҙ булһа, уны ҡайҙа һаҡлар инегеҙ? Бәғзеләр банктан да хәүефһеҙ урын юҡ тиер, икенселәр иһә, өйөмдә, сейфта йә матрас аҫтында, тип өҫтәр. Әммә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы бер уҙаман бөтәһенән дә уҙҙырған.
Хәл былайыраҡ булған. Ошо көндәрҙә полицияға 45 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Эшҡыуар әйтеүенсә, уның аҡса һаҡлай торған йәшерен урынынан 1,1 миллион һумы юғалған. Хәүефһеҙ урын тигәне иһә... эт ояһы булып сыҡҡан. Шуныһы: Яңы йылды эшҡыуар бик ихлас байрам иткән, эт ояһындағы байлығын тикшерергә ваҡыты булмаған. Шуға күрә ул хәҙер аҡса яҡынса 27 декабрь менән 10 ғинуар араһында юғалған тип фаразлай.
Полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтсене эҙләй башлаған. Аҡсаны кем урлаған? Әллә эт ашағанмы икән?..
Фото: stihi.ru
Читайте нас