1984 йылда – Өфө ҡалаһының Интернациональ урамындағы 193-се йорт эргәһендә, 2016 йылда ошо уҡ урамдағы 193/2-се йортҡа яҡын ғына урында ер ишелеү һөҙөмтәһендә ҙур соҡорҙар барлыҡҡа килгәйне.
Белгестәр билдәләүенсә, баш ҡалалағы Интернациональ урамдағы 193-сө, 193/1-се, 193/2-се йорттар урынлашҡан ер аҫтын тикшереү өсөн кәмендә 60 миллион һум аҡса кәрәк. Был сумманың 20 миллион һумы геологик тикшереүҙәр үткәреү өсөн кәрәк булһа, 40 миллион һумы биналарҙың нигеҙен нығытыуға йүнәлтелер ине. Шул уҡ ваҡытта ҡала властары тарафынан талап ителгән аҡсаны бүлеү тураһында ҡарар ҡабул ителмәгән. Ә йорттарҙа йәшәгәндәрҙе күсереү өсөн 900 миллион һум тирәһе кәрәк.
Геологтарҙың мәғлүмәттәренә ҡарағанда, участкала карст рельефтары тикшерелмәгән, шуға әленән-әле соҡорҙар хасил була. 2016 йылда уларҙың береһенә хатта туҡталҡаға ҡуйылған автомобиль төшөп юҡҡа сыҡҡайны.
Дөйөм алғанда, Интернациональ, Вологда, Уссурийск һәм Богдан Хмельницкий урамдары ингән кварталда ер убылыуҙар теркәлеп тора. Ошондай уҡ сәбәп янаған Өфө шоссеһы урамындағы 4-се йортта йәшәүселәр икенсе урынға күсерелгәйне. Әйткәндәй, ҡалала ошондай уҡ хәүеф янаған унлаған объект, шул иҫәптән күп фатирлы йорт бар икән.