Хәүефһеҙлек
16 Января 2020, 08:30

Юлда үлергә ҡалдырған...

Йәрәхәттәр алған 47 йәшлек ир ҡанһырап һәләк була.

Дәүләт автоинспекцияһы кешене тапатып, оло юлда бер үҙен ҡалдырған водителде эҙләй. Был хәл Стәрлетамаҡ районында теркәлгән.
Авария кисә кис көнө Стәрлетамаҡ – Стәрлебаш юлының 6-сы километрында була. Юл ситенән барған йәйәүлене билдәһәҙ водитель машинаһы менән бәрҙерә лә фажиғә урынынан ҡаса. Йәрәхәттәр алған 47 йәшлек ир ҡанһырап һәләк була. Бәлки, ваҡытында ярҙам күрһәткәндә бәләгә тарыған ирҙең ғүмерен һаҡлап алып ҡалырға мөмкин булыр ине. Дәүләт автоинспекторҙары енәйәтсене эҙләүҙе ойошторған.
Фото: ЮХХДИ
Читайте нас