Хәүефһеҙлек
19 Ғинуар 2020, 13:35

"КамАЗ"ға ҡаршы сыҡһаң...

Авария эҙемтәһе ҡот осҡос...

Бөгөн йәнә ҡурҡыныс автомобиль аварияһы тураһында билдәле булды: Өфө янында, Николаевка ауылынан йыраҡ түгел урында “Рено Логан” менән “КамАЗ” йөк машинаһы бәрелешкән.
Тиҙлектәр бик юғары булған, һөҙөмтә аңлашылалыр... Еңел машина “КамАЗ”ға ҡаршы тора алмай шул.
Эйе, авария эҙемтәһе ҡурҡыныс. “Логан”да булған 40 йәшлек водитель дә, уның 41 йәшлек пассажиры ла ваҡиға урынында йән биргән.
ЮХХДИ матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, тиҙлек үтә ҙур булған. Машина тулыһынса емерелгән. Кешеләрҙең кәүҙәһе салон эсендә ҡыҫылып ҡалған. Уларҙы һөйрәп сығарыу өсөн урынға шунда уҡ ҡотҡарыусылар, янғын һүндереүселәр һәм табиптар килә. Тик ҡазаланыусылар урында йән бирә.
Әле был авария шарттарына аныҡлыҡ индерелә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, еңел автомобилдең тиҙлеге айырыуса ҙур булған. Хәүефһеҙ дистанция тураһында онотмаһаҡ ине лә бит...
Фото: ЮХХДИ
Читайте нас