Хәүефһеҙлек
20 Января 2020, 17:45

Таныһағыҙ, тиҙ арала полицияға хәбәр итегеҙ!

Енәйәтсе ҡыҙ видеокамераларға эләккән.

Баш ҡала халҡына полиция хеҙмәткәрҙәре мөрәжәғәт итә: улар кеше картаһы менән магазиндарҙы ҡыҙырған, әйберҙәр һатып алған ҡыҙҙы эҙләй.
Күрәһең, сит кешенең банк картаһын ҡыҙ осраҡлы табып алған, унан инде табыш менән ҡулланырға булған. Заман карталарында быны эшләү еңел – уны махсус аппаратҡа тейҙермәй генә, тауар өсөн контактһыҙ юл менән түләргә була, билдәле бер суммаға тиклем (уныһы хужа үҙе билдәләй ала) пин-код та кәрәкмәй.
Шулай уҡ полицияға 39 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Ул Өфөнөң сауҙа үҙәктәренең береһендә йөрөгәндә банк картаһын юғалтҡанын белдергән, бер ни тиклем ваҡыттан һуң иҫәбенән аҡса юғала башлаған. Зыян күләме ете мең һумдан ашып киткән.
Кеше картаһы менән шопинг ойошторған ҡыҙ видеокамераларға эләккән. Уның фотоларын Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы һеҙгә лә тәҡдим итә һәм, таныһағыҙ, тиҙ арала полицияға шылтыратыуығыҙҙы үтенә. Бының өсөн кеҫә телефонынан 102 һанын йыйыу ҙа етә. Йәиһә полицияның дежур бүлектәренә мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Фото: 02.мвд.рф
Читайте нас