Хәүефһеҙлек
21 Января 2020, 08:30

11 кеше янып һәләк булған...

Мәғлүм булыуынса, янғын шишәмбегә ҡарай төндә башланып киткән

Томск өлкәһенең Асиновский районындағы Причулымск ҡасабаһында 21 ғинуарға ҡарай төндө бер ҡатлы ағас йортта ут ҡаба. "Ҡыҙыл әтәс" 208 квадрат метр майҙанды шунда уҡ ялмап ала. Янғынды һүндергән саҡта ҡотҡарыусылар 11 кешенең мәйетен таба, ике кеше сығып ҡотолған. Фаразлауҙарынса, улар сит ил кешеләре булған.
Әле был факт буйынса Рәсәй Тәфтиш комитетының Томск өлкәһе буйынса идаралығы енәйәт эшен ҡуҙғатҡан.
Мәғлүм булыуынса, янғын шишәмбегә ҡарай төндә башланып киткән. Һәләк булған 11 кешенең Үзбәкстан граждандары буылыуы ихтимал.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш министрлығынан.
Читайте нас