Хәүефһеҙлек
21 Января 2020, 07:30

Берҙе тамаҡ туйҙырам тип...

Кибеттәге берҙән бер ваннала һатыусылар ҡул да, һауыт-һаба ла йыуған.

Былтыр йәй, баш ҡаланың Сипайлово биҫтәһендәге урам кафеларының береһендә шәүәрмә ашап, 16 кешенең дауаханаға эләккәнен, ағыуланыу һөҙөмтәһендә сәләмәтлегенә оло зыян килтергәнен яҙғайныҡ инде.
Ошо көндәрҙә Сипайлово биҫтәһендә тағы бер урам кафеһы ябылыуы мәғлүм булды. Шәүәрмә һәм башҡа төрлө фаст-фуд әҙерләүсе ойошмала санитар ҡағиҙәләрҙе боҙоуҙар теркәлгән. Сауҙа нөктәһе “Папа Гриль” тип аталған эре сауҙа селтәренеке. Ул Юрий Гагарин урамында урынлашҡан, бургер, шәүәрмә, хот-догтар менән сауҙа иткән. Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре сираттағы тикшереү барышында гигиена нормативтары үтәлмәүен, санитар ҡағиҙәләре инҡар ителеүен асыҡлаған: үҙәкләштерелгән һыу булмаған, хатта ҡул йыуырға раковина ла ҡуйылмаған. Кибеттәге берҙән-бер ваннала һатыусылар ҡул да, һауыт-һаба ла йыуған. Был тәғәмхананың хужаһын, шәхси эшҡыуарҙы, административ яуаплылыҡҡа тарттырғандар. Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, кешеләрҙең һаулығына хәүеф менән янаған сауҙа нөктәһен суд ҡарары буйынса 60 тәүлеккә япҡандар һәм етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә талап иткәндәр.
Ә урам кибеттәрендә ашарға яратыусылыр тағы берҙе уйланһын ине: һеҙ шул тиклем яратҡан шәүәрмә ниндәй шарттарҙа эшләнә, һатыусылар ҡулдарын йыуамы? Юҡһа, ҡайҙа етте шунда бер тапҡыр тамаҡ туйҙырам тип, оҙаҡҡа дауаханаға оҙатылыуың да ихтимал.
Фото: sobaka.ru
Читайте нас