Хәүефһеҙлек
20 Января 2020, 19:15

Әйләнеп ҡайтһалар, йорттан көл-күмер ҡалған

"Әсәйем өйҙә яңғыҙы булған, йоҡлап ятҡан..."

Күптән түгел Иглин районының Оло Теләк ауылында фажиғә булған.
Ике фатирлы йортта янғын сыҡҡан. Утлы тотҡонда 47 йәшлек ҡатын зыян күргән. Уның тәненең 91 проценты бешкән һәм әлеге ваҡытта ул иҫендә түгел, ғүмере өсөн табиптар көрәшә. Был хаҡта “Өфө 1” порталы хәбәр итә.
Янғын кисә сыҡҡан. Фажиғә ваҡытында өйҙә Зиләрә Сәхийәрова булған. Уның 15 йәшлек ҡыҙы Динара һәм ире мөғжизә менән генә иҫән ҡалған: ғаилә башлығы Ринат эштә булһа, ҡыҙ эше буйынса Өфөгә барған. Улар ҡасабаға әйләнеп ҡайтҡансы, йорттарынан көл-күмер ҡалған, хужабикәнең ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылыуын белгәндәр.
— Әсәйем бер үҙе өйҙә булған, йоҡлап ятҡан. Уянғанында тирә-яҡты ут ялмаған булған. Табиптар, яңылыҡтарҙың төрлөһөнә әҙер булығыҙ, тине, – тип аянысын белдерә ҡатындың ҡыҙы.
Әлеге ваҡытта Ринат һәм Динара ҡыҙҙың әсәһе яғынан өләсәһендә урынлашҡан, сөнки башҡа барыр урындары юҡ. Барлыҡ документтар ҙа, мөлкәт тә янып юҡҡа сыҡҡан. Табиптар әйтеүенсә, Зиләрә ханымдың хәле бик ауыр.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, әлеге ваҡытта янғындың сәбәбе асыҡлана.
Иҫтә тотоғоҙ: ут бер кемде лә аямай һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар иткәнде яратмай. Йортта янғын иҫкәртеү ҡулайламаһын ҡуйыу ҙа бер кемгә лә ҡамасау итмәҫ, хәүефһеҙлекте тәьмин итер.
Фото: ufa1.ru
Читайте нас