Бөгөн иртәнсәк булған автомобиль аварияһы ике кешенең ғүмерен өҙҙө. Юл-транспорт фажиғәһе Баҡалы районында, Бәләбәй – Николаевка – Туймазы – Баҡалы юлында, теркәлде.
Трассала “Форд Фьюжн” менән “КамАЗ” бәрелешә. 26 йәшлек еңел автомобиль водителе һәм артта ултырған бер пассажир авария урынында һәләк була. Тағы бер пассажир төрлө йәрәхәттәр менән дауаханала.
Аварияның сәбәптәре асыҡлана. Урында полиция һәм табиптар эшләй.
М5 трассаһында Шишмә районында теркәлгән тағы бер авария йәнә кеше ғүмерен өҙҙө. Юлда “ВАЗ-2115” менән “Ниссан Цефиро” бәрелешә. Ике машина менән дә ҡатын-ҡыҙ идара иткән. Һөҙөмтәлә 45 йәшлек ватан автомобиле водителе ваҡиға урынында һәләк була. Икенсе машина менән идара иткән 42 йәшлек ҡатын дауаханала.
Әле һауа торошо айырыуса тотороҡло түгел. Йә ҡар, йә ямғыр яуа. Буран сыға, боҙлауыҡ ята. Водителдәргә юлда бик һаҡ булырға, барлыҡ ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк.