Хәүефһеҙлек
22 Января 2020, 06:30

17 йәшлек үҫмерҙең үлем сәбәбен асыҡлағандар

Өфөлә, тәфтиш изоляторында 17 йәшлек үҫмер вафат булған. Уның тағы бер енәйәт эшенә тарығаны өсөн бик ныҡ әсенеүе билдәле. Әсәһе иһә улынан баш тартҡан, ошо хәлде лә үҫмер ауыр кисергән.

Өфөлә, тәфтиш изоляторында 17 йәшлек үҫмер вафат булған, аяныслы ваҡиғаның сәбәбен асыҡлағандар.
Был хаҡта “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә, улар Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан Башлығы эргәһендәге Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы Олег Галиндың мәғлүмәттәренә таяна.
Үҫмер быға тиклем наркотик матдәләр әйләнеше өсөн хөкөмгә тарттырылған булған. Ә был юлы әшнәһе менән автомобиль ҡыуып алып киткән өсөн ҡулға алынған. Изоляторға уларҙы былтыр августа урынлаштырғандар.
Кеше хоҡуҡтарын яҡлаусы белдереүенсә, нормативтарға ярашлы, бәлиғ булмағандарҙы һәр иртән медицина хеҙмәткәре тикшергән, үҫмер бығаса бер нимәгә лә зарланмаған. Әммә уның тағы бер енәйәт эшенә тарығаны өсөн бик ныҡ әсенеүе билдәле. Әсәһе иһә улынан баш тартҡан, ошо хәлде лә үҫмер ауыр кисергән. 15 ғинуарҙа кис ул дежур табипҡа хәлһеҙлек тойоуын һәм эсе ауыртыуын белдергән. Табип, сир сәбәбен асыҡламаған, үҫмерҙе дауалау учреждениеһына ебәргән. 17 ғинуарҙа, иртәнге дүрттә ул вафат булған. Судмедэкспертиза асыҡлауынса, үлем киҫкен коронар етешһеҙлектән – йөрәк туҡтауынан тип билдәләнгән.
Олег Галин әйтеүенсә, Яңы йыл алдынан Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзалары СИЗО-ла булған. Егеттәр шарттарға зарланмаған, туҡланыу һәм мөғәмәлә лә яҡшы тип белдергәндәр.
Бәлиғ булмағандарҙы СИЗО камераларында берешәр тоталар, һәр ерҙә видеокамералар ҡуйылған. Шуға ла туҡмау тураһында һүҙ булыуы – башҡа һыймаҫлыҡ хәл, тип белдерә хоҡуҡ яҡлаусы.
Фото: bash.news
Читайте нас