Билдәле булыуынса, 2019 йылдың 3 июнендә волейбол селтәрен ҡуйғанда үҫмерҙең өҫтөнә флагштоктың мачтаһы ҡолай. Өлкәндәрҙең ғәйебе менән ауыр мачта аумаһын өсөн флагштоктың элгесле ҡорамалына йоҙаҡ ҡуйылмаған була.
Белем биреү учреждениеһы етәксеһенә хеҙмәт килешеүе төҙөмәгәне өсөн ун мең һум штраф һалынған. Максимдың ата-әсәһе уның үлемендә законды боҙған етәкселекте һәм “Вояж” туризм бүлеге мөдирен ғәйепләй. Шуныһы ла билдәле, уларҙың улы менән тағы ла 14-17 йәшлек 22 бала оҙайлы ваҡыт эшләгән. Хеҙмәт шарттары хәүефһеҙлеге үтәлмәгән. Атайҙың йөрәге тыныс түгел, балаларҙың хеҙмәтен буш эшсе көсө итеп файҙаланыу осраҡтары етерлек, законды боҙған етәкселәр өсөн яуаплылыҡ мотлаҡ арттырылырға тейеш, тип иҫәпләй ул.